Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ростех дәүләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов менән осрашыу

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,11 мартта Мәскәүҙә Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров Ростех дәүләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов менән осрашты. Көн тәртибендә - республика менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм «Ростех» төркөмөнә инә торған сәнәғәт предприятиеларын нығытыу. Төбәк етәксеһе Башҡортостан индустриаль секторының тотороҡло эшләүен билдәләп үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала сәнәғәт етештереү индексы 106,5 процентҡа еткән. Был күрһәткесте формалаштырыуға Ростех предприятиелары ла ҙур өлөш индерә. Республиканың машина төҙөлөшө флагманы - ОДК-УМПО - 2025 йылда барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләп үтәсәк. Хәбиров һәм Сергей Чемезов иҫтәлекле датаға әҙерләнеү тураһында фекер алышты. - Был - илдең иң эре авиация предприятиеларының береһе. Һәм, әлбиттә, ойошманың юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға кәрәк , - тине Сергей Чемезов. Осрашыуҙа республика предприятиеларының ҡайһы бер перспективалы проекттары, айырым алғанда, «Станкостстрой» НПО станок производствоһын үҫтереү өсөн, Стәрлетамаҡта һауыттарға тултырыу производствоһын булдырыу тураһында фекер алыштылар. - Беҙ Стәрлетамаҡта станоктар төҙөү кластерын үҫтерергә планлаштырабыҙ. Был проект ҙур инвестициялар йәлеп итер тип планлаштырыла. Республика унда ла әүҙем ҡатнашасаҡ, -тине Радий Хәбиров. Фото: БР Башлығы сайтынан.