Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, март айында Әсә һәм сабый сәләмәтлеге аҙналығы үтте. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең бер өлөшө – әсәлек, тип әйтһәк, бер кем дә ҡаршы килмәҫ, моғайын. Дәүләт сәйәсәтенең төп бурысы ла тап ошо – балалар сәләмәтлеген һаҡлау. Республика клиник перинаталь үҙәгенең педиатрия ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Рәмилә Богданова яңы тыуған сабыйҙар сәләмәтлеге хаҡында һөйләне. Рәмилә Зәйет ҡыҙы –юғары категориялы анестезиолог-реаниматолог, педиатр, байтаҡ ғилми хеҙмәттәр авторы. Былтыр ул эшләгән республика перинаталь үҙәге “Ус төбөндәге бәхет” премияһының “Тәрбиәләүҙең үҙенсәлекле тәжрибәһе” номинацияһында еңеүсе булды. – Рәмилә Зәйет ҡыҙы, бөгөн өйҙә бала табыу бик “модалы” күренешкә әйләнеп китте. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙҙы белге килә. – Һаулыҡ һаҡлау системаһында ҙур тәжрибә туплаған профессионал булараҡ, өйҙә бала табыуға ҡаршы фекерҙәмен. Был осраҡта ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн дә, сабый һаулығы өсөн дә хәүеф күп тапҡырға арта. Шул