Дүртенсе йыл рәттән баш ҡалабыҙҙа киң ҡолас йәйеп “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумы үтә. Сара сиктәрендә кисә республикабыҙға Рәсәйҙең күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде. Уларҙың береһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Диана Гурцкая, Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһын килеп күрҙе. Диана Гудай ҡыҙы – “Йөрәк саҡырыуы буйынса” тип аталған һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фестивале һәм “Аҡ таяҡ” халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы. Шуға ла ул Башҡортостанға сәйәхәтен тап ошо һуҡырҙар өсөн махсус китапхананан башланы ла инде. Уның, тәү сиратта, китапхана етәкселегенә һорауы ла һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн булдырылған уңайлыҡтар һәм инклюзия буйынса булды. – Эйе, беҙҙә инклюзия бар. Күреү һәләте юғалған бөтә йәштәге инвалидтарҙы ижтимағи-мәҙәни реабилитациялауға йүнәлтелгән сараларыбыҙға мотлаҡ саҡырабыҙ, һау-сәләмәт кешеләр ҙә ҡатнаша ала. Һуңғы ике йылда “Пушкин картаһы” буйынса “Ҡараңғылыҡта сәйәхәт” тигән квест булдырҙыҡ, был