Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был мәсьәлә лә юлға һалынды

11 мартта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев 2023 йылда социаль туҡланыуҙы ойоштороуға берҙәм талаптар системаһын әҙерләүҙәре һәм индереүҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, шул иҫәптән дауалау һәм диетик туҡланыуға мохтаждар өсөн төп менюҙы актуалләштереүҙәре тураһында һөйләне. Ә 2024 йылдың ғинуарында Мәскәү клиникаларының береһе менән берлектә глютенһыҙ меню әҙерләгәндәр. – Республиканың Социаль туҡланыу идаралығы белгестәре 701 тапҡыр социаль учреждениеларға тикшереүҙәр менән барып ҡайтты, – тине Алексей Гусев. – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары, Архангел, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Миәкә, Нуриман, Салауат һәм Шишмә райондары туҡланыуҙы юғары кимәлдә ойошторған. Туҡланыуҙы ойоштороуҙың уртаса кимәле 50 муниципалитетта билдәләнгән, түбән кимәл асыҡланманы. Башҡортостанда

11 мартта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев 2023 йылда социаль туҡланыуҙы ойоштороуға берҙәм талаптар системаһын әҙерләүҙәре һәм индереүҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, шул иҫәптән дауалау һәм диетик туҡланыуға мохтаждар өсөн төп менюҙы актуалләштереүҙәре тураһында һөйләне. Ә 2024 йылдың ғинуарында Мәскәү клиникаларының береһе менән берлектә глютенһыҙ меню әҙерләгәндәр. – Республиканың Социаль туҡланыу идаралығы белгестәре 701 тапҡыр социаль учреждениеларға тикшереүҙәр менән барып ҡайтты, – тине Алексей Гусев. – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары, Архангел, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Миәкә, Нуриман, Салауат һәм Шишмә райондары туҡланыуҙы юғары кимәлдә ойошторған. Туҡланыуҙы ойоштороуҙың уртаса кимәле 50 муниципалитетта билдәләнгән, түбән кимәл асыҡланманы. Башҡортостанда күрелгән саралар аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоуҙарҙы, шулай уҡ уларҙың сифатына ялыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирҙе, тип билдәләне министр. Әйтәйек, ата-әсәләр мәктәп туҡланыуы буйынса һирәгерәк мөрәжәғәт итә башлаған: 2022 йылда 143 мөрәжәғәт килһә, 2023 йылда иһә - 56. Аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һаны 11 проценттан 5-кә тиклем, ә сифатһыҙлыҡ билдәләре булған продукцияны асыҡлау осраҡтары – 10,5-тән 7 процентҡа тиклем кәмегән. Алексей Гусев һүҙҙәренсә, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағындағы Һынау үҙәге лабораторияһы эксперттары аҙыҡ-түлек өлгөләрен тикшереүен дауам итә. 2023 йылда бөтәһе 3 632 аҙыҡ-түлек өлгөһөн тикшергәндәр. Методик һәм консультацион ярҙам күрһәтеү маҡсатында Социаль туҡланыу идаралығы хеҙмәткәрҙәре социаль туҡланыу өлкәһе белгестәре өсөн, шулай уҡ асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн семинарҙар үткәрә. “Башҡортостан Республикаһының берҙәм белем биреү мөхите” системаһында ата-әсәләрҙең шәхси кабинеты аша ҡайнар аш сифатына контроль системаһы тулы кимәлдә эшләй. Туҡланыу операторҙары менән төҙөлгән оҙайлы килешеүҙәр ярҙамында мәктәптең туҡланыу блоктары үҙҙәренең аҡсаһына өҫтәп йыһазландырыла. 2023 йылда 23 районда эшләгән 12 туҡланыу операторы етештереү цехтары өсөн дөйөм суммаһы 92,5 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алған. Бынан тыш, “Туҡланыу үҙәге”ндә һурҙырыу зонттары етештереү яйға һалынған, шулай уҡ республика ҡала-райондарында экобуфеттар программаһы эшләй башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һәм муниципалитеттарҙың мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙы яҡшырта алған эшен юғары баһаланы, шулай уҡ белгестәргә глютены булмаған аҙыҡ-түлек менән айырым меню индергән өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был эште нисек ҡабул иткәнде яҡшы хәтерләйбеҙ, ул тейешенсә ойошторолмаған ине. Мәҫәлән, башҡорт ите мәктәп ашханаларында 15 проценттан артмай, ҡалғаны ситтән килтерелгән, шул иҫәптән сит ит тә ине. Минеңсә, беҙ быны атҡарып сыҡтыҡ, әммә тынысланырға ярамай, – тине Радий Хәбиров. – Туҡланыу операторҙары матди базаны нығытыуға средстволар һалыуҙы дауам итһен өсөн улар менән оҙайлы сроклы контракттар төҙөргә кәрәк. Үҫеш бара, ләкин сумма күберәк булырға тейеш, сөнки мәктәптәр күп. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, Башҡортостанда 2024 йылдың март аҙағында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙың өсөнсө этабы башлана. 2024 йылда 31 мәктәптә ремонт башлана, уның сиктәрендә туҡланыу блоктарын һәм ашханаларҙы яңыртыу ҡаралған, тип билдәләне ул. - Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы 2030 йылға тиклем дауам иттереләсәк, тине. Бынан тыш, балалар баҡсаларын ремонтлау программаһы барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – - Әүҙем эшләгән осраҡта, беҙҙә республика мәктәптәренең насар биналары мәсьәләһен хәл итеү һәм балалар баҡсалары буйынса хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.