Башҡортостанда 2014 йылдан алып Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы (ППМИ) буйынса биш мең самаһы проект тормошҡа ашырылған. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программаны 10 йыл элек тәүҙә Көньяҡ Уралдың ете районында, ә 2016 йылдан республиканының бөтә ҡала һәм райондарында ғәмәлгә ашыра башлайҙар. Программаның иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған проекттары араһында – мәктәптәр һәм балалар баҡсаларын ҡорамалдар менән йыһазландырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, юлдарҙы ремонтлау. 2014 йылдан программаны тормошҡа ашырыу өсөн 3,5 миллиард һум аҡса йүнәлткәндәр. Бынан тыш бергә финанслау шарттарында муниципалитеттар, бағыусылар һәм был биләмәләрҙә йәшәгән кешеләр йәнә 1,7 миллиард һум аҡса сығарған. Вице-премьер Лира Иғтисамова белдереүенсә, 2023 йылда ППМИ-ның республика ярҙамы өлөшө 600 миллион һум тәшкил иткән. 708 проект конкурс һайлауы аша үткән. Ошо уҡ ваҡытта бер ба