Хөкүмәт кәңәшмәһендә Президент һайлауына әҙерлек тикшерелде. Доклад менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов сығыш яһаны. Билдәле булыуынса, тауыш биреү быйыл өс көн – 15 марттан 17 мартҡа тиклем үтәсәк. Уларҙа Башҡортостан халҡының 93 проценты ҡатнашырға планлаштыра. Был мәғлүмәтте һайлаусылар менән аралашҡандан һуң “ИнформУИК” хеҙмәткәрҙәре биргән. Тауыш биреүселәрҙең 111 меңе өйҙән тауыш бирергә теләк белдергән. Шулай уҡ Азат Ғәлимханов махсус хәрби операцияла булған яугирҙәрҙең нисек тауыш биреүе тураһында һөйләне. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә, кем булып хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, илебеҙҙең яңы субъекттарында булдырылған һайлау участкаларында тауыш бирә аласаҡ. Улар өсөн тауыш биреүҙе Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ойошторасаҡ, хәрбиҙәр дәүләт башлығын хәрби частарҙәге өҫтәмә участкаларҙа һайлаясаҡ, – тине ул. Дөйөм алғанда, Башҡортостан ҙур сәйәси ваҡиғаға тулыһынса әҙер. Башҡортостанда бөтәһе 2 миллион 887 мең тауыш биреүсе йәшәй.