Элек ауылдарҙа матур йола йәшәне. Ҙур эш башҡарғанда туғандар, күршеләр күмәкләп өмәгә йыйылып, бер-береһенә ярҙам иттеләр. Бөгөн был күренеш яйлап ҡына юғалып барған заманда, Айыусы ауылында уның һүрелмәүен күреп һөйөндөк. Уңғандар, ғәҙәттә үҙҙәренең донъяһын да гөрләтеп алып бара, ауылдарының тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында әүҙем күршеләрҙе осраттыҡ. Кемеһелер ағинәйҙәр ойошмаһында, икенселәре ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтендә, йәки клубтағы ансамблгә йөрөй. Махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам булһын тип, селтәрен дә үрәләр, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләйҙәр. Бер-береһенә кис ултырырға йөрөү ҙә матур ғәҙәткә ингән, бәйләмде улар бер-береһенә кис ултырырға барғанда ала. Хужабикә ҡунаҡтарҙы милли аштар әҙерләп көтөп тора. Был юлы өлгөр ханымдарҙы Зифа Йәғәфәрованың йортонда тап иттек. Зифа Йәғәфәрова ошо ауылдың килене булып сыҡты. Заманында уҡытыусы ла, ауыл хакимиәтендә эштәргә идарасы ла булып эшләгән. Тормош иптәше менән өс бала үҫтергәндәр, ҡартлығын