Планетала йәшәгән һәр дүртенсе кеше көн һайын һигеҙ сәғәттән ашыу ваҡытын ултырғыста ултырып үткәрә. Бындай уңайлылыҡ, заман технологияларының үҫеше йәшәү шарттарын яҡшыртһа ла, сәләмәтлек өсөн файҙалы түгел. Тикшереү үткәргән ғалимдәрҙең әйтеүенсә, үлем осраҡтарының 71 проценты аҙ хәрәкәтләнеү эҙемтәләре менән бәйле. Ни өсөн? Статистикаға күҙ һалайыҡ. Кешеләрҙең 44 проценты йыл буйына бер ниндәй физик күнекмә эшләмәүен белдергән. Бөтә донъяла үлем осраҡтарының алты проценты хәрәкәтләнмәү менән туранан-тура бәйле булыуы билдәле. Хәрәкәтләнмәү арҡаһында йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефе 147 процентҡа артҡан. Был хәүефле һандар артына нимә йәшеренгәнен ҡарайыҡ. Беренсенән, һеҙ хәрәкәтләнмәү һөҙөмтәһендә калорияларҙы тейешлесә яндыра алмайһығыҙ. Был һеҙҙе һимереүгә килтерәсәк. Икенсенән, хәрәкәтләнмәү сәбәпле, мускулдар тонусын һәм сыҙамлылығын юғалта. Һөйәктәр ҙә йомшара. Минераль матдәләр йыуыла һәм остеопороз кеүек хәүефле сирҙәр үҫешенә килтереүе мөмкин. Бынан тыш, башҡа системаларҙың да зыян күреүе ихтимал. Иммун өлкәһендә проблемалар башланыуын, ҡан әйләнеше насарланыуын һиҙәсәкһегеҙ. Аҙ хәрәкәтләнеү йөрәк сирҙәренә, һимереүгә, ҡан баҫымы күтәрелеүенә, холестерин артыуына, яман шешкә, метаболизм, диабет сирҙәренә килтереүе ихтимал. Физик әүҙемлекте яҡшыртыу ғына етмәй, ултырып йәшәү, эшләү рәүешен ҡыҫҡартырға кәрәк. Биш-алты сәғәт буйы ҡуҙғалмай ултырыу төрлө сирҙәргә юлыҡтыра, үлем кимәлен арттыра, тип иҫәпләй белгестәр. “Ҡыбырҙа! Хәрәкәтлән!”– ти табиптар. 15-17 йәшлектәр көнөнә бер сәғәт тирәһе мускулдарҙы һәм һөйәктәрҙе нығытыусы күнегеүҙәр эшләргә, ә 18-64 йәшлектәр аҙнаһына 150 минут самаһы уртаса һәм интенсив әүҙемлектә күнекмәләр менән шөғөлләнергә тейеш. 65 йәштән өлкәндәргә физик формаһын һәм сәләмәтлеген һаҡлау өсөн хәрәкәтләнергә, күнегеүҙәр яһарға, йәйәү йөрөргә, организмдың дөйөм торошон яҡшыртыу өсөн массаж яһарға тәҡдим итәбеҙ. Фотоларҙа һеҙ тәтешлеләрҙең ҡыш һыуығында ла спорт уйындары ойоштороуын, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу өсөн ҡыҙыҡлы саралар уйлап табыуын күрәһегеҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.