Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы көтөлә. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы сафҡа индерелде. Программаның маҡсаты – халыҡтың ихтыяжынан сығып, медицина ярҙамын йәшәгән урынға яҡын ерҙә алыу. Модулле медицина пункты урынлаштырылған, әле медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу буйынса эштәр бара. Майҙаны 93,5 квадрат метр тәшкил иткән бинала фельдшер кабинеты, процедура, ҡабул итеү, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Бөтә тейешле коммуникациялар үткәрелгән, интернетҡа тоташтырылған. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер Нурыя Мирсаяпова һәм шәфҡәт туташы Розалия Мөхәмәтдинова пациенттарҙы ҡабул итәсәк. – Медицина пункты асылыу менән халыҡ заманса һәм уңайлы бинала диспансерлаштырыу үтәсәк, тәүге медицина-санитар ярҙамды аласаҡ, – тип билдәләне Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Әминева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы