Насостар һәм насос ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнгән “Пинск тәжрибә-механика заводы” Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Кооперация Башҡортостанда сәнәғәт насостарын һатыу, шулай уҡ заводты республиканан сеймал менән тәьмин итеү өлкәһендә тормошҡа ашырыла ала. Был мәсьәләләр Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиле Константин Климиндың Брест өлкәһе предприятиеларына сәфәре барышында тикшерелде. Эш сәфәре “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителә. – 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6,3 процент өлөш менән дүртенсе урынды биләй. Күп осраҡта ике республи