Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҙ әле һаман ашыҡмай

Беҙҙең яҡтарҙа март әле һаман ҡыш айы булып иҫәпләнә. Шуға күрә уның икенсе яртыһында ла көндәрҙең һалҡын тороуы әллә ни ғәжәпләндермәй кеүек. Башгидрометүҙәк синоптиктары белдереүенсә, алдағы өс көндә лә республикала һалҡын көндәр һаҡлана. Хатта -25-кәсә һыуытасаҡ. Шулай, бөгөн, 11 мартта әҙерәк ҡар яуа һәм төньяҡтан ел иҫә. Көндөҙ һауа температураһы -4, -9 градус булып көтөлә. 12 март төнөнә -12, -17 градус һалҡын була, урыны менән -20, -25-кәсә етә. Көндөҙ шулай уҡ -4, -9 градус һалҡын көтөлә. 13 мартта ла һалҡын әле. Ел төньяҡтан иҫә. Һауа температураһы төндә -12, -17, урыны менән -20, -25 градус булһа, көндөҙ -2, -7 градус һалҡын көтөлә. Ә күңел яҙ көтә... Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.