Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ресторанға килегеҙ!

Межгорье ҡалаһында яңы ресторан асылды. Уны асыу идеяһы Виктория Пащенконыҡы. Ул ҡала хакимиәтенә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты мәсьәләләрен хәл итеү сиктәрендә барған "эшҡыуарҙар сәғәте" нә мөрәжәғәт итте. Рестораторҙың эшҡыуарлыҡта тәжрибәһе ҙур, ул һәр саҡ ҙурыраҡҡа, үҙенең һәләттәрен асырға ынтыла. "Виктория" рестораны менюһында япон, Европа аш-һыуы тәҡдим ителгән, шуға күрә ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙе өсөн нимәлер һайлап алырға мөмкин. Шулай уҡ оҙаҡламай миҙгелле аш-һыу барлыҡҡа киләсәк, ресторан командаһы ҡунаҡтарын һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ менән ҡыуандырасаҡ. Виктория эшҡыуарҙарға финанс ярҙамы буйынса программала ҡатнашырға планлаштыра. Хәҙерге ваҡытта финанс йөкләмәләрен кәметеү маҡсатында муниципалитет эшҡыуарға муниципаль мөлкәтте файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе буйынса ташламалар биргән. Асылғандан алып алты ай үткәс иһә Виктория түбән процент менән льготалы кредитлау өсөн “Минең бизнес” үҙәгенә заявка бирә аласаҡ. “Дөйөм уңайлылыҡ өсөн ресторанға эшмәкәрлегебеҙҙе тулыһынса автоматлаштырыу өсөн “Ресторан бизнесын тәьмин итеү” программаһын индерҙем. Уның төп уңайлығы шунда: экранда мин барыһын да күрәм – аҙыҡ-түлектән нимә һатып алырға кәрәк, кем нисә сәғәт эшләгән, һәр хеҙмәткәр үҙенең эш хаҡын эшләгән сәғәттәргә ярашлы күрә, ә ҡунаҡтар официанттар аша заказ биргәндә үк, беҙ аш-һыу бүлмәһендә уны шунда уҡ мониторҙа күрәбеҙ һәм әҙерләй башлайбыҙ. Ошо программа ярҙамында продукттарҙың сифаты һәм сафлығы ла контролдә тотола”, – тип уртаҡлашты Виктория Пащенко. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.