“Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Тәтешле районында ГТО комплексы нормативтарын үтәп, “Тәтешле районының иң спортсы ҡыҙы – 2024” конкурсы үтте. Төрлө йәштәге 20 ҡыҙ әҙерлек кимәлен раҫлау һәм үҙенең максималь физик мөмкинлектәрен белеү өсөн стартҡа сыҡты. Спорт сараһы программаһында ҡулдарҙы ятып бөгөү һәм өҫкә күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә алға эйелеү, оҙонлоҡҡа һикереү, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү ҡаралғайны. Бәйгеселәрҙең барыһы ла яҡшы физик әҙерлек кимәлен күрһәтте. Лиана Бәҙәмшина "Райондың иң спорт ҡыҙы" исеменә лайыҡ булды, ул иң күп балл йыйҙы. Ул бөтә нормативтарҙы үтәп кенә ҡалманы, шулай уҡ күптәрҙе ныҡышмалығы, сыҙамлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы менән илһамландырҙы. “Райондың иң спортсы ҡыҙы исемен алыу минең өсөн ҙур хөрмәт, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та. Тимәк, мин үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө булып торорға тейеш. Спортты бала саҡтан яраттым, һәр саҡ еңел атлетика, йөҙөү, саңғы ярыштары буйынса район ярыштарында ҡатнаштым. Хәҙер ҙә райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашам, “Батыр” клубының тренажерҙар залында шөғөлләнәм”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лиана Бәҙәмшина. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәтешле районы хакимиәте.