Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бындай тәүәккәлдәр булғанда, ауыл йәшәр

Ауылдар ни өсөн “ҡартая”? Ни өсөн бығаса гөрләп торған ауылдар һүнә? Беренсе сиратта эш урыны булмау, йәштәрҙең ауылдарҙан ҡалаларға китеүе сәбәпле, тип яҙа “Алға” гәзите. Борай районының Ҡуҙбай ауылында йәшәүсе Луиза һәм Рәдиф Фәйзрахмановтар ғаиләһе бынан 15 йыл элек ауылды һаҡлау, халыҡты эш менән тәьмин итеү маҡсатында крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп ебәрә. Ер эшенә малсылыҡ та килеп ҡушыла. Луиза ханым уға тиклем Николо-Березовка ауылында әҙерләү контораһында бухгалтер булып эшләй. Аҙаҡ шәхси эшҡыуар булып, тыуған ауылында магазин аса. Ғаилә башлығы үгеҙҙәр үҫтереү менән шөғөлләнә, мал һаны артып, аҙбарға һыймай башлағас, колхоздың иҫке фермаһын һатып алып, ремонт эшләп, шунда малды күсерәләр. Шулай итеп, крәҫтиән-фермер хужалығы эш башлай. –“Ғаилә” программаһына инеп, өс миллион һум аҡса алып, аҙбарҙарҙы ремонтланыҡ, һауын линияһы ҡуйҙырҙыҡ, һыуытҡыс, утыҙ баш тана, трактор һатып алдыҡ. Шулай итеп, эш аҡрынлап яйланды. Бөгөн “голшпин” тоҡомло мал үрсетәбеҙ, һөт етештерәбеҙ. 700 гектар майҙанда еребеҙ бар, – ти Луиза Рафаэль ҡыҙы. Бөтә кеше иртәнге йоҡоға сумып, тәмле төштәр күргәндә, ул тормош иптәше менән фермаға йүнәлә. Иртәнән кискә тиклем улар ошонда. Ә яҙ етеү менән яңы мәшәҡәттәр өҫтәлә бара. Ни тиклем сабыр, тырыш булырға кәрәк. Был күркәм сифаттар, татыулыҡ, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау Фәйзрахмановтарға хас сифат. Бындай тәүәккәл, тыуған яғын һөйгән, булдыҡлы кешеләр булғанда, ауылдар йәшәйәсәк. Гөлназ Хужина фотоһы. https://algaburaevo.ru/news/selskoe-khozyaystvo/2024