11 март - Рамаҙандың беренсе көнө. Таңдан ураҙа тотоу башлана. Сәхәрҙән һуң уҡыла торған доға: "Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр" (Аллаһ Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ Бөйөк). Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли йәғәффәрү мә ҡаддәмтү үә мә әххартү” (Эй, Аллаһ! Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл иттем, Һинең ризалығыңды өмөт итеп ураҙа тоттом, Һинең ризығың менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа). 11 мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән. Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.