Зәбирә менән Йәмил беҙҙең менән бер мәктәптә уҡыны. Ҡыҙ һигеҙенсе класта булғанда, егет мәктәптә һуңғы йыл белем ала ине. Сөм-ҡара күҙле, янып торған бәләкәй генә ҡыҙыҡай байрамдарҙа үткәрелгән концерттарҙан ҡалмай, сағыу селтер тауышы менән дәртле йырҙар башҡара, ә һары сәсле, зәңгәр күҙле Йәмил уның йырына гармунда ҡушыла. Сәхнәлә бергә йыш сығыш яһаған был икәүҙең үҙ-ара йылы, яҡын, серле мөнәсәбәтен беҙгә лә, бала-сағаға, һиҙеүе, аңлауы ауыр булмағандыр. Күптәребеҙгә, концерт ҡарауҙан бигерәк, ана шулай бер-береһенән күҙҙәрен ала алмаған йырсы ҡыҙ менән гармунсы егетте күреү ҡыҙығыраҡ булғандыр, тим. Бөтә мәктәп, ә, юҡ, ауыл менән уларҙың мөхәббәтле мөнәсәбәтен күҙәткәнбеҙҙер ул заманда, сөнки ундай күренеш һирәк була торғандарҙан - ауыл балалары хис-тойғоһон күрһәтеп бармай бит. Ә улар үҙҙәре дуҫлыҡтарының ҡайһы арала ҙур мөхәббәт сигенә үтеп инеүен белдеме икән? Ғашиҡтарҙың йөҙ-ҡиәфәте ҡапма-ҡаршы булған кеүек, холоҡтары ла төрлөсә ине: ҡыҙ үткер, шаян, уҡыуы уртасанан. Егет, кир