Популяр йәш йырсылар Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың тиҙҙән атай-әәсй булыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ауырлы булһа ла, Әлиә ҡайһы бер гастролдәрҙә йөрөй, йырлауын дауам итә. Тамашасыларын ҡыуандырып, Ришат Төхвәтуллиндың Өфөлә үткән концерттарында ла сығыш яһаған. Ләкин тиҙҙән Әлиәгә сәхнәнән китеп торорға тура килер, ул тиҙҙән бәпәйҙәренең донъяға ауаз һаласағын әйткән. "Тағы өс аҙнанан һуң, Алла бойорһа, былай йөрөп булмаҫ. Сәхнә һағындыра икән ул. Өфөлә бик йылы ҡаршы алдығыҙ, рәхмәт һеҙгә, тамашасыларыбыҙ", -тип, үҙен яратҡан тамашасыларына рәхмәт һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған йырсы социаль селтәрҙәрендә. Тамашасылар Әлиәгә ауырлы сағы бик килешеүе тураһында яҙған. Йырсының үҙенә тәғәйен тектергән махсус кейемен дә хуплап, яңы образының бик килешле булыуын да еткергәндәр. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"