Өфөлә билдәле ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Мөхәммәт Харрасовты һуңғы юлға оҙаттылар. Хушлашыу церемонияһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты. Мөхәммәт Харрасов – физик, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2002), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Федерацияның Мәғариф министрлығы отличнигы (2003). Ғалимды тыуған яғы – Белорет районының Сермән ауылында ерләйҙәр. Фото: Башинформ.