Найти тему
Башҡортостан гәзите

Альфрет Йосопов Красный Лучта һигеҙенсе тапҡыр...

Мәләүез дауаханаһы табип-оториноларингологы Альфрет Йосопов Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн сәфәргә сыҡҡан Башҡортостан белгестәренең 20-се сменаһына етәкселек итә. Альфрет Мәҙхәт улы Красный Лучта һигеҙенсе тапҡыр инде. Хәҙер ул бригада етәксеһе булараҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү процесын күҙәтә, белгестәр эшен көйләй, шулай уҡ пациенттарҙы ҡабул итә. –Кешеләр ҡолаҡтарында һәм тамаҡтарында ауыртыуға, тын алғанда йәки йотҡанда ҡыйынлыҡ тыуыуына зарлана. Яңыраҡ ҡолағы һаңғырауланыуына зарланған ҡатынды ҡабул иттем. Пациент беҙгә ваҡытында мөрәжәғәт иткән булып сыҡты, унда онкология шешен асыҡлап, дауа билдәләнек. Хәҙер ул һау-сәләмәт, яңыраҡ беҙгә рәхмәт әйтергә килде, – тип һөйләй табип. Табип бәләкәй саҡтан медицина өлкәһе, кешеләрҙе дауалау менән ҡыҙыҡһынған. Ул бөгөн эш һөҙөмтәләрен күреп, үҙенең дөрөҫ юл һайлағанына ышана. ”Вузды тамамлағас, күңелемә ятҡан оториноларинголог белгеслеген һайланым. Медицина эшмәкәрлеген ашығыс медицина ярҙамының реанимация бригадаһында санитар булып башланым. Ошо ваҡытта күпте күрергә, тәжрибә тупларға тура килде", - ти белгес. Ғаиләһенән бөгөн алыҫта йәшәүенә ҡарамаҫтан, Альфрет Йосопов яҡындарының һәм хеҙмәттәштәренең дәртләндереү һүҙҙәренән көс алып, башҡаларға ярҙам итергә тырыша. – Бында үҙең өсөн буш ваҡыт бик аҙ, шулай ҙа медицина, әҙәби китаптар уҡырға мөмкинлек табам. Ғаиләм менән интернет аша бәйләнеш тотам, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барам, – ти табип. Беҙ белгестәр бригадаһына сабырлыҡ, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.