Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡаҙаҡ һалмаһы” бешереп алайыҡ

Шаҡмаҡлап бешерелгән был эре һалманы һәр төбәктә төрлөсә атайҙар. Әсәйем “ҡаҙаҡ һалмаһы” тиер ине. Уның өйрәтеүе буйынса, беҙ был аш-һыуҙы әле лә әҙерләйбеҙ. Ризыҡ һимеҙ йылҡы йәки ҡош итенән әҙерләнә. Ул өс өлөштән тора: ит, һалма, һурпа. Ғәҙәттә, тоҙлоҡло ит бешергәндә әрселмәгән бер һуғанды ҡабығы менән төшөрөргә кәрәк. Шулай иткәндә, ит тәмлерәк, һурпа үтә күренмәле була. Ит бешеп сыҡҡас, тәүҙә һурпаның тоҙлоғон һөҙөп алабыҙ. Итен алып, һыуытырға ҡуябыҙ, ҡалған һурпаны һөҙөп, әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Хәҙер һалма йәйергә тотонабыҙ. Әсәйем бер йомортҡа һытып, тоҙлоҡһоҙ һурпаны аҙыраҡ ҡушып баҫа торғайны. Һалманы бик йоҡа итеп йәйергә кәрәк. Йәйеп бөткәс, уны саҡ ҡына ваҡытҡа таҙа сепрәккә һалабыҙ, ул бер аҙ “тын алып", кибергә тейеш. Шул арала итте турарға кәрәк булыр. Киҫәк итте шаҡмаҡлап, һуғанды ярым түңәрәк формаһында бик йоҡа киҫергә кәрәк. Артабан һалманы кәстрүлгә ҡарап (ҙур һәм аҫты киң булғаны яҡшыраҡ), дүрт-биш өлөшкә бүлеп, тоҙлоғо ҡушылған ҡайнап торған һурпаға төшөрәбеҙ. Тоҙлоҡҡа төшкәс тә, йәймә киңәйеп китә, йәбешмәй. Шуға күрә һалма йәбешә тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Бешкәс, уны тишекле сүмес менән һөҙөп алабыҙ. Сөмөрәк батмусҡа йәки ҙур һәм сөм тәрилкәгә матурлап һалабыҙ. Өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған итте, унан һуғанды һалабыҙ. Саҡ ҡына тоҙлоҡло һурпаны бер-ике тамсы ағыҙғас, өҫтәлгә бирергә мөмкин. “Ҡаҙаҡ һалмаһы”н, ғәҙәттә, ҡул менән ашайҙар: һалмаға итте урап ҡабаһың. Тәмлелеге! Аҙаҡ матур кәсәләргә алдан һөҙөп ултыртылған (тоҙлоғо алынған) һурпаға ҡорот һәм ҡара борос һалып (өҫтөнә йәшел һуған, йыуа йәки укроп һалырға ла мөмкин), табынға бирәһең. Ашығыҙ тәмле булһын! Автор фотоһы.