Аш һеркәһе - ҙур ярҙамсы Уксусты аш-һыу әҙерләгәндә генә түгел, көнкүрештәге башҡа өлкәлә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн түбәндәгеләрҙе белеү кәрәк. Кейемдәге тапты бөтөрә. Йыуыр алдынан кейемдәге таплы урынды 10 минутҡа аш һеркәһенә һалып ебетеп алғанда ул еңелерәк таҙара. Ангина менән сирләгәндә ярҙам итә. Бер стакан һыуға бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып болғатып, тамаҡты шуның менән сайҡатһаң, һөҙөмтәһе тиҙ күренә. Сәсте нығыта, ялтырата. Йыуғандан һуң (бер стакан һыуға ярты ҡалаҡ уксус алына), аш һеркәле һыу менән сайҡатҡанда, ул тыңлаусан ята. Мускулдар ауыртҡанда уксустан компресс эшләргә мөмкин (бер стакан һыуға ике-өс ҡалаҡ уксус ҡушабыҙ ҙа, марляға манып, 20 минутҡа ауыртҡан ергә һалабыҙ). Тутты бөтөрөү һәләте бар. Болт, сөй кеүек тутланған әйберҙәрҙе уксуслы һыуҙа ҡайнатырға һәм һыу менән яҡшылап сайҡатырға. Насар еҫте бөтөрә. Һыуытҡысты, шкафтарҙы уксуслы һыуға манылған сепрәк менән һөртөп алығыҙ – еҫтән бер ни ҡалмаҫ. Юшҡынды бөтөрә. Сәйнүк эсенә, йыуыу машинаһы бараб