Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, “Платон” позывнойлы Хәйбулла егете Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы –“Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Был награда исеме үк әйтеүенсә, дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса хәрби заданиеларҙы үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә. “Платон” Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем ауылда водитель булып эшләй. Былтыр йәй үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлә. Яугирҙең хәрби тәжрибәһе лә бар, ул Төньяҡ Кавказда хәрби хеҙмәтен үтәй. Хәйбулла яугиренә һау-сәләмәт, иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуын теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.