Билдәле булыуынса, ураҙаны боҙған нәмәләрҙән тыйылыу ҡағиҙәләре бар. Шулай уҡ мөстәхәб (кәңәш ителгән, хупланған) шарттарҙы иҫтән сығармайыҡ. Ошо йәһәттән “Ураҙаға ҡағылышлы етмеш төп ҡағиҙә” китабында әйтелгәндәрҙе хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. 1. Сәхәрҙе иртәнге намаҙға аҙан әйтелгәнгә тиклем ашау кәңәш ителә. Йәғни ризыҡланыуҙы мөмкин тиклем аҙаҡҡа ҡалдырырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ: “Сәхәр ашағыҙ, унда һеҙҙең өсөн бәрәкәт бар”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Тағы ла бер аҡыл: “Мосолман өсөн иң яҡшы сәхәр аҙығы – финик емеше” (Әбү Дауыттың хәҙистәр йыйынтығынан). 2. Ифтар ҡылыуҙы (ауыҙ асыуҙы) ашыҡтырырға кәрәк, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ошо осраҡта бәрәкәт килерен белдергән (был хаҡта әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығында әйтелә). 3. “Пәйғәмбәр аҡшам намаҙы алдынан яңы финик емештәре менән ифтар ҡылыр ине. Улар булмаһа – кипкән финик емештәре менән, улары ла юҡ икән – бер нисә йотом һыу менән” (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан). 4. Ураҙа тотҡан кеше ғәйбәт һөйләү, әшәке һүҙҙәр ҡулла