Мәсетле районының Әйүп ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башлау өсөн әҙер. Медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыныу менән ул пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән. Проекттың маҡсаты билдәле инде – йәшәгән урынға яҡыныраҡ ерҙә халыҡтың ихтыяжына ярашлы медицина ярҙамы күрһәтеү. Яңы бина заманса йыһазландырылған, фельдшер кабинеты, процедура, персонал, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған, пандус ҡуйылған. - Мобиль пункт асылыу менән Әйүп халҡы бында диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата, тәүге медик-санитар ярҙамды ала аласаҡ, – тип билдәләне Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм соци