“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бина бөтә медик-санитар стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Унда фельдшер кабинеты, процедура, ҡабул итеү, персонал, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре урынлашҡан. Бинаның дөйөм майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған фельдшер Вера Хөсәйенова эшләй. Район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов әйтеүенсә, медицина учреждениеһында күрше тораҡтар халҡы тәүге медицина-санитар ярҙамын аласаҡ. Бында диспансерлаштырыу үтергә, вакцина яһатырға мөмкин буласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото:https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-02-01/v-karaidelskom-rayone-otkrylsya-esche-odin-modulnyy-fap-3626789