Башҡортостанда республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында психиатрия буйынса эшмәкәрлеккә лицензия алған медицина ойошмалары һаны 2,5 процентҡа артты. 2023 йылда элек теркәлгән ошо профилдәге ойошмаларға йәнә алты шәхси медицина ойошмаһы өҫтәлде. – Психиатрия – кешенең нервы-психик өлкәһендәге тайпылыштарҙы өйрәнеүсе һәм уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Шулай уҡ ул психик тайпылыштар менән яфаланған кешеләргә медицина-социаль реабилитация үткәрә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Һуңғы йылдарҙа психиатрияға ҡыҙыҡһыныу арта. Яңы коронавирус инфекцияһынан һуң үҙәк һәм периферик нервы системаһы сирҙәре күҙгә күренеп артты. Был инфекция ағзаларҙы зарарлай, ауыр эҙемтәләргә килтерә, йәшәү сифатына емерткес йоғонто яһай. Шуға күрә был төркөм пациенттары төрлө белгестәр, шул иҫәптән психиатрҙар ярҙамына мохтаж. Лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү хәҙерге ваҡытта 15 көн эсендә башҡарыла. Рәсәй П