Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙгә һайлау комиссияһы ағзалары килдеме?

Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларға алдағы Президент һайлауы тураһында хәбәр итеүен дауам итә. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы «ИнформУИК»-тың 26 февралгә ҡарата статистика мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты: республикалағы йорттарҙың 62,5 процентында булғандар, һайлаусылар менән әңгәмәләр һаны – 1 миллион 549 мең, 89 проценттан ашыуы тауыш биреүҙә ҡатнашырға йыйына, 13 проценты “өйҙә” тауыш бирергә теләк белдергән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлаусыларға мәғлүмәт биреү 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Өфө ҡалаһының 378-се һайлау участка һайлау комиссияһы ағзалары Әлфиә Сынбулатова менән Алина Ғәлимова адрестар буйлап йөрөй. Улар һайлау кампанияларында бер нисә йыл рәттән ҡатнаша. "Бурысыбыҙҙы урынына еткереп үтәргә тырышабыҙ, халыҡ менән аралашыу оҡшай", - ти ҡыҙҙар. Адрестар буйлап йөрөгән ҡыҙҙарға уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы.