Бөгөн иртәнән социаль селтәрҙәр хәүефле хәбәр менән тулды: баш ҡаланың Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған 11 йәшлек Асҡар Муллағәлләмов ултырып килгән 226-сы маршруттан сығып, мәктәпкә килеп етмәгән. Әлбиттә, ошо тынғыһыҙ сәғәттәр эсендә мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм битараф булмаған йөҙҙәрсә кешеләр мәғлүмәт таратыуҙа, малайҙы эҙләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Асыҡланыуынса, Асҡар тейешле туҡталышты үтеп киткәс, ҡала буйлап йөрөгән, әллә нисә маршрутты алмаштырған. Уның хәрәкәтен “Алға” картаһындағы түләүҙәр буйынса асыҡлағандар. Һөҙөмтәлә, малай һуңғы тапҡыр ултырған автобустың һаны асыҡланғас, полиция хеҙмәткәрҙәре уны барып тапҡан. Асҡар табылып, бер нисә сәғәт тә үтмәне, уға бәйле тағы бер яңылыҡ мәғлүм булды: һәр саҡ бәйләнештә булһын һәм яңылыҡтарын яҡындарына хәбәр итеп торһон өсөн уға “Аҡбуҙат” журналы коллективы өр-яңы телефон бүләк иткән. Баҫманың мөхәррире, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина үҙе лә өс малай әсәһе булараҡ, Асҡарҙың әсәһенең кисерештәрен бик яҡшы аңлайым һәм ошо ҡатмарлы көндә ғаиләгә бәләкәй генә ҡыуаныс һәм йылылыҡ өләшәһе килде, тип белдерҙе. Асҡарҙың әсәһе Наза менән дә бәйләнешкә индек. Әлбиттә тәүге сиратта, ул был хәүефле көндөң имен тамамланыуы, улының иҫән-һау өйгә әйләнеп ҡайтыуына сикһеҙ шат. Ҡатын ғаиләлә өс ул тәрбиәләнеүен, Асҡарҙың 14, 19 йәшлек ике ағаһы булыуын әйтеп үтте. – Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Директор Булат Илшад улы Зинуров етәкселегендәге мәктәп коллективы, ата-әсәләр тарафынан терәк һәм таяныс тойҙом, берҙәмлек тойғоһо өмөттәремде нығытты. Ә телефон бүләк иткән “Аҡбуҙат”тарға айырыуса рәхмәтлемен, сөнки был бүләк улымдың күңелен күтәрер һәм тетрәнеүҙән тиҙерәк арыныр, тип ышанам. Асҡарҙы йоҡлап китеп туҡталышын үтеп киткән тиеүселәр бар, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Иртән автобуста кеше бик күп була. Ул өлкәндәр араһында тығылып, сыға алмай ҡалған. Асҡарҙың булмышы тыныс, бер аҙ йомола торған холҡо ла бар. Тап шуға ул яр һалмаған, бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәгән, ә ҡала булап сәйәхәтен дауам иткән. Әлбиттә, был ваҡиға уға ғына түгел, башҡаларға ла һабаҡ булһын. Ошондай ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда бала нимә эшләргә, кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш – аңлатыу кәрәк, – ти Наза ханым. Беҙ иһә Асҡарға һаулыҡ, именлек һәм артабан да мәктәптә матур итеп уҡып йөрөүен, әсәһенә уның тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә килеп тороуын теләйбеҙ. Фото: Асҡарҙың шәхси һәм Лариса Абдуллинаның архивынан.