Өфө университетының Технологиялар трансферы үҙәге белгесе, техник фәндәр кандидаты, доцент Ксения Кожаева “ Уйлап табыу һәм файҙалы моделдәр” белгеслеге буйынса Рәсәй Федерацияһының патент вәкиле статусын алған. Патент вәкиле – интеллектуаль хоҡуҡтар һәм интеллектуаль милекте яҡлау өлкәһендәге белгес. Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө көнгә 17 патент вәкиле, хәҙер Өфө университетында ла әлеге белгес бар. - Патент вәкиле булыу еңел түгел. Бында закон нигеҙендәге аныҡ критерийҙарға тура килергә, һәр яҡтан – техник, юридик – әҙерлекле, грамоталы булырға кәрәк. 200-ләгән Рәсәй һәм халыҡ-ара норматив-хоҡуҡ акттарын белеү һәм уларҙы ғәмәлдә ҡуллана алыу мотлаҡ. Патент вәкиле статусы миңә яңы мөмкинлектәр аса, ә Технологиялар трансферы үҙәгенә индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлек перспективаларын киңәйтә, - тип һөйләне Ксения Валерьевна. Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының IQ-паркында урынлашҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2023 йылда ӨФҺТУ Технологиялар трансферы үҙәген булдырыу һәм үҫтереү өсөн грант отто. Был - республикала технологияларҙы алға этәреү өсөн комплекслы системаны әүҙем үҫтереү һәм уларҙы республикала ғына түгел, илдә лә коммерциялаштырыу буйынса бурыс һалынған берҙән-бер үҙәк. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв.метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23127/
Өфө кампусының Технологиялар трансферы үҙәге белгесе - РФ-тың патент вәкиле
26 февраля 202426 фев 2024
1 мин