Үткән ялдарҙа Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға алты миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Ошоноң менән бәйле Эске эштәр органдарына 30 мөрәжәғәт килгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 3-сө полиция бүлегенә 65 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға мессенджерҙарҙың береһендә билдәһеҙ абоненттан хәбәр килгән. Мутлашыусы үҙен мәктәп директоры тип таныштырған. Ҡатын элегерәк тап шул мәктәптә эшләгән булған. Енәйәтсе ойошмалағы мәғлүмәттәрҙең таралыуы тураһында хәбәр итеп, банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу көтөргә ҡушҡан. Күп тә үтмәй пенсионерға шылтыратыу килә. “Белгестәр” кемдер уның исеменә кредит рәсмиләштерергә теләүен хәбәр итә. Бындай операцияға юл ҡуймаҫ өсөн банктан кредит алып, аҡсаны махсус иҫәпкә күсерергә ҡуша. Ошонан һуң уның кредиттары ябыласаҡ, тип тә вәғәҙәләргә онотмайҙар. Пенсионер енәйәтселәргә ышанып, уларҙың ҡушыуы буйынса эшләй: займға бер миллион һумдан ашыу аҡса алып, “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерә. Артабан ҡатын барыһ