26 февралдә Өфөнөң Тимер юлы вокзалынан Башҡортостан йәштәре делегацияһы Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды. Ул 1-7 мартта “Сириус” федераль биләмәһендә үтәсәк. -Башҡортостан исеменән фестивалдә конкурстың барлыҡ этаптарын үткән 180 кеше сығыш яһаясаҡ. Уҙған аҙнала Сочила фестивалде уҙғарыуҙа ҡатнашыу өсөн 60-тан ашыу беҙҙең ирекмәндәр юлланды, – тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. Фестиваль – йәштәрҙең ҙур сараһы булып тора, ул Рәсәйҙә ил Президенты указы буйынса уҙғарыла. Уның маҡсаты – халыҡ –ара йәштәр хеҙмәттәшлеген үҫтереү. Фестивалдә 20 меңләп йәш лидерҙар ҡатнаша. Уларҙың 10 меңе Рәсәй граждандары, яртыһы сит ил кешеләре. -Фестивалдә беҙ башҡа илдәр һәм төбәктәрҙән килгән йәштәргә үҙебеҙҙең республика тураһында һөйләйәсәкбеҙ, яңы кешеләр менән танышасаҡбыҙ, - тине Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Илнур Юлдыбаев. Фото: Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.