Өфө университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина етәкләгән коллективтың һәм студенттарының төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыуы бер кемгә лә сер түгел. Ә бына тотош уҡытыусыларҙың, 11 фән кандидаты һәм бер фән докторының бергәләшеп, "Байыҡ" сәхнәһенә сығыуҙары - көтөлмәгән бер асыш булды. Үҙҙәре лә студенттары кеүек йәп-йәш, дәртле һәм һылыу ғалимәләр, дөрөҫөрәге "Шаян ғалимәләр"ҙең "Ураҡсылар" бейеүе менән сәхнәгә килеп сығыуы һәм гөрләтеп бейеүҙәре жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы. Ни тиһәң дә фән кандидаттарынан ғына торған төркөмдөң "Байыҡ" сәхнәһенә сығыуы - үҙе үҙенсәлекле күренеш. Был хаҡта фән кандидаттарының береһе, студент сағынан йыр-моңға, бейеүгә маһир булған курсташым, бөгөн Өфө университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында студенттарға белем биргән, филология фәндәре кандидаты, доцент Рәмилә Хөснетдинова "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. "БАЙЫҠ" сәхнәһенә сы