Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һалдаттан командирға тиклем юл үткән

“Яҡташыбыҙ, Салауат районының Мөрсәлим ауылы егете, ”Златич” позывнойлы яугир 2022 йылдың апреленән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә, тип яҙа “На земле Салавата” гәзите. Ошо ваҡыт эсендә ул һалдаттан взвод командирына тиклем юл үткән. Салауат еренең батыр һәм ҡыйыу егете “Ҡара тәре” һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Салауат районы халҡы яҡташтары менән ғорурланып, уға һаулыҡ һәм уңыштар теләй. ”Батыр, беҙ һине еңеү менән өйҙә көтәбеҙ, үҙеңде һаҡла, “Златич”!” – ти ауылдаштар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/club175284210