Һуңғы арала баҡсасылар араһында популярлашып киткән культураларҙың береһе - "Эксибишен" сортлы һуғанын сәсер мәл етте. Уның уртаса ауырлығы 150-550 грамм тәшкил итә. Ҡайһы бер баҡсасылар 800 грамм ауырлыҡтағы һуған үҫтергәне лә бар. 1 квадрат метр түтәлдән уртаса 4.5 килограмм уңыш алырға була. Февраль айынан март аҙағынаса рассадаға ултыртырға була. Бының өсөн орлоҡтарҙы 1 литр һыуға 1 грамм марганцовка һалып 45 минут тирәһе тотоп алыр кәрәк. Һыуынан һарҡытып киптереп алғас сәсергә була. Рассада өсөн 15-20 сантиметр бейеклектән дә кәм булмаған һауыт алырға кәрәк. Яҡшы тупраҡ тултырғандан һуң орлоҡтарҙы сәсәбеҙ. Иң мөһиме - һыуҙы пульверизаторҙан ғына һибергә кәрәк. Бер аҙна ваҡыт үтеүгә һуған орлоҡтары шытып сығасаҡ. Апрель айҙарында үҫентеләрҙе сыныҡтыра башларға кәрәк. Май урталарында тупраҡ йылынғас түтәлдәргә күсереп ултыртырға ла була. Кемдәр " Эксибишен"ды сәсәеп ҡарағаны бар, үҙегеҙҙең үҫтереү серҙәре менән таныштырһағыҙ ине. Фото: dzen.ru