Салауат районы Янғантау ауылында "Яҡшы компания" тип аталған балалар үҫеш үҙәге асылды, үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән "Ауыл өсөн кадрҙар" мәғрифәти проектына старт бирелде, тип хәбәр итә район хакимиәте. Янғантауҙар Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың "Мәғариф" милли проектын (национальный проект "Образование") тормошҡа ашырыу буйынса үткәргән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Ирекмән, йәмәғәт эшмәкәре Лариса Фәйзуллина, ҡуртымға бина алып, уны йүнәтеп, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазандырған һәм үҫмерҙәр өсөн белем арттырыу проектын булдырған, шулай уҡ бәләкәстәр өсөн үҫеш үҙәге асҡан. Үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән проект уларға атайсалда йәшәп үҫешеү юлдарын күрһәтеүгә, тыуған яҡҡа һөйөү уятыуға йүнәлтелгән. Йәш быуынға Салауат ерендә йәшәгән үҙ эшенең оҫталары менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған. Үҫмерҙәр тәүге тәжрибә ала, үҙҙәренең мөмкинлектәрен аса, командала эшләргә, бер-береһе менән яҡшы мөнәсәбәттәр ҡорорға өйрәнә ала. “Яҡшы компания” тип аталған кескәйҙәр өсөн үҙәк сабыйҙарҙың үҫешенә, ижадына шарттар тыуҙырған урын буласаҡ. Унда тиҙ уҡырға, каллиграфияға өйрәнергә, мәктәпкә әҙерләнергә, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре менән булырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Мәғариф" милли проекты РФ Президенты В. В. Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт, фото: национальныепроекты.рф/news/v-sele-yangantau-bashkirii-otkrylsya-detskiy-tsentr-razvitiya