25 февралдә кискә ҡарай Сибай ҡалаһында ҡурҡыныс янғын сыға. Ҡаланың Магнитогорск урамында шәхси бүрәнә йорт янып китә. Ут тиҙ арала мунсаға һәм ихата ҡаралтыларына күсә. Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә. Утты һүндереүҙә 25 кеше һәм ун берәмек техника ҡатнаша. Ҡотҡарыусылар утты һүндереүгә өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1956 йылғы ирҙең ныҡ итеп кәүҙәһе бешә. Уны икенсе дәрәжә тән бешеү менән дауаханаға алып китәләр. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Шулай уҡ емереклек араһында һәләк булған ҡатындың кәүҙәһе табыла. Уның 1962 йылғы икәне билдәле. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.