Өфөнән “йондоҙло” урам һепереүсе Юрий Ветлугин Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә автографтар таратҡан. Мәскәүҙә "Рәсәй" күргәҙмә-форумында Өфөнән билдәле урам һепереүсе Юрий Ветлугин булды. Был хаҡта Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итә. Ул күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән фотосессия үткәреүе һәм автографтар таратыуы хаҡында һөйләне. "Беҙ Юрий Ветлугинды Башҡортостан стендында күргәҙмә сараларына ҡатнашырға саҡырҙыҡ. “Йондоҙло” ҡунағыбыҙ күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән оҙайлы фотосессия үткәрҙе, бихисап автографтар таратты. Төрлө ҡалаларҙан килгән кешеләр Юраны белде, уның менән аралашты, уңыштар теләне, ул шундай иғтибар булыуына хайран ҡалды", - тип яҙған Ирина Голованова үҙенең телеграм-каналында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: урам һепереүсе Юраның бәхетһеҙ тормошо тураһында билдәле булып, танышы фотосессия ойошторғас, күптәр уға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Ул бер журналдың тышында сыҡты, уның тураһында кино төшөрөлдө, шунан инде туғандары ла табылды. Шулай Ю
Өфөнән урам һепереүсе Юра Мәскәүҙә автограф тарата
26 февраля 202426 фев 2024
1 мин