Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Боҙ һалҡынын ялҡынға әйләндереп

Күптән түгел Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында урындағы, шулай уҡ Белорет командалары ҡатнашлығында хоккей турниры үткән. Ярыш хөрмәтле яҡташтары Сәлих Ҡәнәғәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған. Яңы Балапан ауылы депутаты Таһир Нәбиуллин һөйләүенсә, Сәлих Мөждәбә улы Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ҡайтҡас, ғүмер буйы тыуған төйәгендә физкультура, йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып барған, йәш быуын күңелендә илһөйәрлек, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән. Өҫтәүенә райондың Сик буйы хеҙмәте ветерандары союзында ағза булып тороп, хәрби юл үткәндәрҙе берләштереүгә, төрлө йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүгә, уларҙы социаль йәһәттән әүҙемләштереүгә күп көс һалған. Үкенескә күрә, бик иртә баҡыйлыҡҡа күскән Сәлих Мөждәбә улы. Ә изге эштәре емеш биреүен дауам итә, исеме һәр саҡ халыҡ телендә, яҡты хәтирәләр – йөрәктәрҙә. Күптән түгел үткән турнир ҙа – шуға дәлил. Ярышты “Балапан” хоккей командаһын булдырған Фәнис Зәйтүнов һәм ошонда уйнаған оҫта спортсы Салауат Ҡәнәғәтуллин ойошторған. Әбйәлил районының Сик буйы хеҙмәте ветерандары берләшмәһе ҙур матди ярҙам күрһәткән, Сәлих Мөждәбә улының туғандары ихлас булышлыҡ ҡылған. Турнирҙа Әбйәлил районының “Толпар” йыйылма, Ишбулды, Хәлил, Балапан, Байым, Белореттың Инйәр, Абҙаҡ, Иҫке Абҙаҡ ауылдары командалары һынау тотҡан. Спонсорҙар тарафынан төрлө бүләктәр, шул иҫәптән беренсе урынға – ун мең һум (Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов биргән), икенсегә – биш мең һум (Байым ауылы хакимиәте башлығы Даян Фәтхуллиндың ярҙамы), өсөнсө урынға өс мең һум (Яңы Балапан ауылы депутаты Таһир Нәбиуллин биргән) аҡса әҙерләнгән. Күсмә кубокты, грамоталарҙы, миҙалдарҙы, рәхмәт хаттарын Салауат Ҡәнәғәтуллин һатып алған. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, беренсе урынға “Толпар” командаһы лайыҡ булған. Уларға ун мең һум аҡса һәм Күсмә кубок тапшырылған. Икенсе урында – Инйәр, өсөнсөлә – Хәлил ауылдары командалары. Шулай уҡ турнирҙың иң яҡшы уйынсыһына, ҡапҡасыһына, һаҡсыһына, һөжүм итеүсеһенә, иң йәш ҡатнашыусыға, тамашасылар һөйөүен яулағанға айырым аҡсалата приздар тапшырылған. Спонсорҙары – Айнур Солтанов, Юлай Мөхәмәҙиев, Яңы Балапан халҡы. “Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа спортҡа ҙур иғтибар бүленә, – ти депутат Таһир Нәбиуллин. – Урындағы мәктәп коллективы “Балапан” балалар-үҫмерҙәр хоккей командаһын үҫтереү өсөн ярҙамға аҡса бирҙе. Ауыл халҡы төрлө ярыштарға киткән матди сығымды даими ҡаплашып тора. Хоккей майҙансығын ҡарҙан таҙартыу, тәртиптә тотоу күптән уртаҡ бурысыбыҙға әйләнгән. Ул бер ваҡытта ла буш тормай, уҡыусылар, йәштәр ҡараңғы төшкәнсе сәкән һуға, өйҙә телефон тотоп ултырмайҙар. Быға ата-әсәләр ҙә ҡыуанып бөтә алмай. Былтыр декабрҙә Фәнис Зәйтүнов “Балапан” командаһын Яҡтыкүл боҙонда “Салауат Юлаев” менән “Металлург”тың капитандары үткәргән “Урал классикаһы” тигән сараға алып барҙы. Һөҙөмтәлә бүләккә тотош команда өсөн тулы экипировка алып ҡайтыуға өлгәште. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигәндәй, ғөмүмән, шулай һәр саҡ хәрәкәттәбеҙ. Әйткәндәй, әлеге хоккей турнирында өсөнсө урынды яулаған Хәлил ауылы командаһы бүләккә бирелгән өс мең аҡсаны Яңы Балапан мәсетенә саҙаҡа итеп тапшырҙы. Хәйерҙәре ҡабул булһын, Аллаһ Тәғәлә барлыҡ эштәрендә, тормоштарында гелән уңыштар насип итһен! Үҙем диндәмен, шуға ла ярышҡа килгәндәр араһында намаҙ уҡығандарҙың күплегенә лә ҡыуандым. Ошо хоккей турнирында Сәлих Мөждәбә улының яҡындары, туғандары ҡорбан салып, аш-һыу ҙа әҙерләне. Йән һәм тән сәләмәтлегенә ынтыла халҡыбыҙ, әл-хәмдү лил-ләһ”. 24 февралдә Яңы Балапанда ҡырҡ йәштән уҙғандар араһында ла хоккей турниры үткәрелгән. Командалар арҡан тартышыуҙа ла көс һынашҡан, шулай уҡ беренсе тапҡыр “Мәргән уҡсы” ярышы ла уҙғарғандар. “Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов, Байым ауылы хакимиәте башлығы Даян Фәтхуллин ҡатнашты. Улар, шулай уҡ район депутаты Басир Зәйтүнов ҙур финанс ярҙамы күрһәтте”, – ти Таһир Нәбиуллин. Әйткәндәй, күптән түгел “Балапан” командаһы Учалы районының Ураҙ ауылында үткән хоккей турнирында ла ҡатнашып, икенсе урын алып ҡайтҡан. Яңы Балапан егете Наил Ҡорманаев турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләнгән. Шулай уҡ ҡапҡасының уйынын юғары баһалап, иҫтәлекле бүләк тапшырғандар. Сәләмәт тормошҡа ынтылған, йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән Яңы Балапан халҡы “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер тапҡыр инандыра. Тырышлыҡтары менән төйәгендә ырыҫ арттырып йәшәй улар. Фотолар Яңы Балапан ауылының “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.