Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сөйәлдән шулай ҡотолған

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист Мәрйәм Бураҡаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙма менән уртаҡлашты. “Халыҡ дауалауы хикмәттәренән” тип атаған ул уны. Уҡып ҡарағыҙ әле, бәлки, кәрәк булып ҡуйыр. “Бер баламды сөйәл йонсотто. Бите, ҡулдары... Уҡыған институтында ерәнгән булып, мыҫҡыл итеп, бер партала ултырмаған булып ҡыйырһыта башлағас, китергә мәжбүр булды. Профессорҙар, ябай врачтар ҡалманы. Бахырҡайымды илата-илата сөйәлен соҡоп, тамырын сығарып маташтылар. Көнөнә бер-икене генә алдылар. Ике айҙан ашыу яфаланды. Урыны йәмһеҙ булып ҡалды. Тик бер нисә ай ҙа үтмәне, бәшмәк һымаҡ, бер урындан әллә нисәү тағы сыға башланы. Ауылға алып ҡайтып һелте менән йыуындырҙым. Эркет менән йыуынды. Юҡ. Шул көйө. Тулған айға сыҡтыҡ... Иртәгеһен ҡараһаҡ, бер нәмә ҡалмаған! Һыпырылып ҡойолдо микән тибеҙ. Берәү генәһе лә юҡ. Ҡайҙа булған? Һеңгән дә ҡуйғанмы? Бына ғәләмәт! Әле ай тулған мәл. Бәлки, был тәжрибәне файҙаланырһығыҙ”, - тип яҙҙы Мәрйәм апай Бураҡаева. Халыҡты

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист Мәрйәм Бураҡаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙма менән уртаҡлашты. “Халыҡ дауалауы хикмәттәренән” тип атаған ул уны. Уҡып ҡарағыҙ әле, бәлки, кәрәк булып ҡуйыр. “Бер баламды сөйәл йонсотто. Бите, ҡулдары... Уҡыған институтында ерәнгән булып, мыҫҡыл итеп, бер партала ултырмаған булып ҡыйырһыта башлағас, китергә мәжбүр булды. Профессорҙар, ябай врачтар ҡалманы. Бахырҡайымды илата-илата сөйәлен соҡоп, тамырын сығарып маташтылар. Көнөнә бер-икене генә алдылар. Ике айҙан ашыу яфаланды. Урыны йәмһеҙ булып ҡалды. Тик бер нисә ай ҙа үтмәне, бәшмәк һымаҡ, бер урындан әллә нисәү тағы сыға башланы. Ауылға алып ҡайтып һелте менән йыуындырҙым. Эркет менән йыуынды. Юҡ. Шул көйө. Тулған айға сыҡтыҡ... Иртәгеһен ҡараһаҡ, бер нәмә ҡалмаған! Һыпырылып ҡойолдо микән тибеҙ. Берәү генәһе лә юҡ. Ҡайҙа булған? Һеңгән дә ҡуйғанмы? Бына ғәләмәт! Әле ай тулған мәл. Бәлки, был тәжрибәне файҙаланырһығыҙ”, - тип яҙҙы Мәрйәм апай Бураҡаева. Халыҡтың дауалау алымдарының әле беҙгә асылмаған серҙәре бихисап. Тулған ай ярҙамында сөйәлдәрҙән ҡотолоу ҙа шундайҙар рәтендә ҡала килә. Уларға ышанырғамы, юҡмы - һәр кем үҙе хәл итә. Фото: mk.ru