Нуриман районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Венера Әхиәрова белдереүенсә, яҡшы ял итеү - ул бик мөһим! Шундай девиз менән Нуриман районында «Голди Кей» компаниялар төркөмө эшләй, уға глэмпинг, балалар лагеры, ҡаланан ситтәге клуб һәм ресторан инә. 2023 йылда предприятие «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекты конкурсы сиктәрендә субсидия алды. 2024 йылда грантҡа һәм 41 миллион һумға эшҡыуарҙар СПА-үҙәк, арҡан паркы һәм йылытылған бассейндар төҙөүҙе тамамларға, шулай уҡ 10 йыл әйләнәһенә эшләгән йорттан глэмпинг асырға ниәтләй. “Хәйриә сараларын ойошторған, ололарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам иткән өсөн «Голди Кей» компанияһына рәхмәт белдерергә һәм предприятиены ойоштороусы Рөстәм Зәйнәғетдиновты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары» тигән маҡтаулы исем менән ҡотлайбыҙ” , – ти райондың бизнес-шәрифе. Эшҡыуарҙарыбыҙҙың бизнес-проекттарының ысынбарлыҡта тормошҡа ашыуына бик шатбыҙ. Үҙ проекттарын Нуриман районы биләмәһендә тормошҡа ашырырға теләгәндәрҙең барыһын да хакимиәттә көтәбеҙ. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға заявканы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ҡалдырырға мөмкин. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.