Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Наил Байғусҡаров белдереүенсә, Хәйбулла районынан Нәзирә Кәримова 2020 йылда үҙенең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлай. 2023 йылда ул үҙ бизнесын кондитер продукцияһынан ит ярымфабрикаттары етештереүгә йүнәлтергә хәл итә. Ғаиләһе лә уны хуплай һәм проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итте. 2023 йылдың башында Нәзирә Кәримова Хәйбулла районы хакимиәтенә ит ризыҡтары һәм ярымфабрикаттар етештереү буйынса бизнес-проекты менән мөрәжәғәт итә, ә йыл аҙағында уны етештереүгә тотона. «2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә, е