Хәйбулла районының ҡунаҡсыл Аҡъюл ауылы ерендә, ҡышҡы балыҡ тоторға яратыусылар араһында, "Ватанды һаҡлаусылар" көнөнә арналған балыҡсылар ярышы уҙған. "Көн һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, Аҡъяр, Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Урыҫбай, Аҡъюл, Антингән ауылдарынан һәм күршҽ Йылайыр районынан утыҙҙан ашыу балыҡсы йыйылды. Йылайыр буйы матур тамашаға әйләндҽ. Балыҡсылар бик дәррәү һәм дәртләнҽп балыҡ тоторға кҽрҽшһә, икҽнсҽләр усаҡ яғып, балыҡ һурпаһы бҽшҽрҽп сәй ҡайнатырға тотондо. Ярышта йыйылған оҫта балыҡсылар төрлө номинацияларҙа бүләкләндҽ. Тиҙлеккә боҙ уйыу буйынса Ғөбәйҙуллин Йәмил 1-се урын яуланы.Иң өлкән балыҡсы тип Ҡужин Рамаҙан (79 йәш) билдәләнһә, иң йәш балыҡсы Ишҽмғолов Ғәйәр (13 йәш) булған.1-сҽ урын - Буранбаҽв Айратта (37 балыҡ), 2-сҽ урын - Ибраһимов Илдуста (32 балыҡ), 3-сө урынды Буранбаҽв Айҙар (22 балыҡ) яуланы. Еңҽүсҽләргә иҫтәлҽклҽ бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Күңҽллҽ һәм файҙалы үткәрҽлгән байрам сараһынан балыҡсылар дәрт, яҡшы кәйҽф алып, уха ашап, йылы сәй эсҽп, тағы ла осрашырға һүҙ биреп таралышты", - тип хәбәр итә Аҡьюл ауыл биләмәһе халҡы. Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.