Бар яҡлап та уңғандар була ла инде! Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Лина һәм Азамат Ҡолбулдиндарҙың йортоноң бер бүлмәһендә өс меңгә яҡын ләлә (тюльпан) сәскәләре үҫә. Тиҙҙән етәсәк 8 Мартҡа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн шәп бүләк! Йорт хужабикәһе бар яҡлап та ижади ҡатын, матур итеп йырлай, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Ләлә сәскәләрен үҫтереп ҡарау теләге менән ул ике йылдан ашыу хыяллана. Тәүҙәрәк уны үҫтереү серҙәре менән таныша, төрлө сорттарын өйрәнә. Һәм тәүәккәллек итә. Кәләшенең сәскәләр үҫтереү тәҡдиме ире Азаматты тәүҙә бер аҙ һағайта. Һуғандарға Голландиянан заказ бирелгәс, улар йорттоң бер бүлмәһен ныҡлап оранжерея итеп йыһазландыра. Яҙғы байрамға өлгөртөү маҡсатында, сәскә һуғандары декабрҙә уҡ ултыртыла. Сәскәләр ҙә балалар кеүек, уларҙы ла наҙлап ҡына үҫтереү талап ителә. Төндә лә, көндөҙ ҙә тейешле йылылыҡты тотоу өсөн бүлмәне даими инеп ҡарап йөрөйҙәр, тәрбиәләйҙәр. Һыуыҡ төндәрҙең береһендә улар үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡты юғалта яҙған. Йылылыҡ пушкаһы эшләмәгән, ярай әле ләләләрҙе конвекторҙар ҡотҡарған. Бөгөн егәрле ғаиләнең оранжереяһында өс меңгә яҡын ләлә сәскәһенең (тюльпан) алты төрлө сорты үҫә. Һанаулы ғына көндәрҙән Аҡъяр ауылы уңғандарының төрлө төҫтәге ләлә сәскәләре меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырасаҡ. Ә бына йорт хужаһы Азаматҡа ғына бер аҙ баш ватырға тура килә, сөнки йыл да бүләк иткән сәскәләр быйыл үҙҙәрендә үҫә. Афарин, Хәйбулла уңғандары! Фото: БЮТ сайтынан.