Шаран районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Рәнис Хәбибуллин белдереүенсә, республикала «Шаран ер еләге» ауыл хужалығы кооперативы еләктәре хаҡында күптәр белә, улар бик популяр. Олег Димитриевтың хужалығы - Шаран районында еләк үҫтереү буйынса иң эреләрҙең береһе. Үҙ эшмәкәрлеген ул 2007 йылда бер нисә түтәлдән башлағайны. Әле ер еләген 15 гектарҙан ашыу майҙанда үҫтерәләр. Олег Димитриевтың ауыл хужалығы кооперативы - республикала ер еләген йыл әйләнәһенә үҫтергән берҙән-бер кооператив. Ябыҡ грунтта еләк ултыртыу менән кооператив рәйесе 2022 йылда шөғөлләнергә хәл иткән. Теплица хужалығының майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә. Бындай уңыштарға өлгәшергә Олег Николаевичҡа яҡшы эшҡыуарлыҡ һ