Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы быйылғы ҡабул итеү кампанияһына арнап ойошторған брифингта уҡырға ингәндә төрлө льготалар менән файҙаланыуға хоҡуҡлы абитуриенттар тураһында ла айырым әйтелде. Аныҡлап әйткәндә, махсус хәрби операцияла (МХО) һәм террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусыларҙың балаларына уҡыу йорттарына ингәндә ниндәй ташламалар булдырылыуы тураһында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре аңлатма бирҙе. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн билдәле бер льготалар бар. Рәсәй Геройҙары, Батырлыҡ ордены кавалерҙары һәм уларҙың балалары, шулай уҡ махсус операцияла һәләк булғандарҙың балалары имтиханһыҙ уҡырға инә ала. Һәр вуздың ошондай категориялар өсөн тейешле квотаһы бар, улар айырым тәртиптә уҡырға инә. Квоталар һаны ҡыҙыҡһындырһа, уны һәр кем юғары уҡыу йортоноң сайтында белергә мөмкин. Шулай уҡ террорға ҡаршы операцияларҙа, мәҫәлән, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың балаларында ташламалар бар. Ошондай льготалар хаҡында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте университеттарҙың рәсми сайттарында өйрәнергә мөмкин», - тинеләр брифингта. Белеүебеҙсә, былтыр илебеҙҙең бөтә университеттарында ҡабул итеү кампанияһы барышында 10 процентлыҡ махсус квота барлыҡҡа килде. Квота махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бюджет аҡсаһы иҫәбенә төрлө белгеслек программалары буйынса уҡырға инеү мөмкинлек бирә. Был хаҡтағы законға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, ата-әсәһе һәләк булһа йәки хәрби операция барышында яраланһа, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алмайынса ла ҡабул итеүҙәре ихтимал. Льгота Рәсәй Геройҙарына һәм өс тапҡыр Батырлыҡ ордены менән наградланыусыларға, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үткән осорҙа инвалидлыҡ алған хәрби хәрәкәт ветерандарына ла ҡағыла. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың сығарылыш уҡыусылары колледжда түләүһеҙ уҡыу хоҡуғына эйә. Әгәр уҡыу өсөн аҡса түләнгән булһа, ул тулыһынса кире ҡайтарыла. Колледж студенттары өсөн туҡланыу ҙа бушлай. Урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын ятаҡта урын менән тәьмин итеү ҡаралған. Александр Данилов фотоһы.
Уҡырға ингәндә кемдәргә ниндәй ташламалар ҡаралған?
22 февраля 202422 фев 2024
1 мин