Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы быйылғы ҡабул итеү кампанияһына арнап брифинг ойоштороуы тураһында хәбәр иттек. Унда 2024 йылда юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарына инеү үҙенсәлектәре тураһында һорауҙарға яуаптар, ентекле аңлатма бирелде. Шундай һорауҙарҙың береһе юғары уҡыу йортона ингәндә йәш буйынса сикләүҙәргә ҡағылды. Был йәһәттән сикләү юҡ, тип яуап бирҙе Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре брифинг барышында. «Йыл һайын БДИ-ны 60-65 йәштәгеләр ҙә тапшыра. Тейешле балл йыйған һәр кем документтарын юғары уҡыу йортона тапшырып, уҡырға инә ала. Уҡыусылар ғаризаны мәктәптә тапшыра. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусы булһағыҙ, 1 февралгә тиклем йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә ғариза яҙырға тейеш инегеҙ. Унда имтихан уҙғарыу пункты билдәләнә, датаһы хәбәр ителә. Артабан инде имтихан үткән урынға килеп, уны тапшырырға ғына ҡала», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. Уҡырға, яңы һөнәргә эйә булырға бер ҡасан да ң түгел, шуға күрә, әгәр БДИ тапшырып, үҙегеҙҙе яңы өлкәләрҙә һынап ҡарарға теләйһегеҙ икән, юлдар асыҡ! Фото: Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.