Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шайморат ағай доғалар менән дауалай

Ауырыған кеше, батып барған кеүек, төрлө һаламға тотона: табиптарға ла йөрөй, халыҡ медицинаһына ла мөрәжәғәт итә. Был тәбиғи - һаулыҡ, ғүмер иң ҡәҙерлеһе. Имсе-томсолар, муллалар, халыҡ табиптары өшкөрөп, ҡул энергетикаһы менән, төрлө үләндәр менән дауалай, һөлөк һала, мейе, быуын ултырта... Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәгән Шайморат Марс улы Ниғмәтуллин доғалар менән өшкөрә. Ул, ауырыуҙың нигеҙендә сихыр ята тип һанай, сихырҙы тәндән алып ташлаһаң, кеше йүнәлә, ти. Шайморат Марс улы 1959 йылда Әбйәлил районы Хәмит ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Хәмит һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә ала, артабан Амангилде урта мәктәбен тамамлай. Унан хәрби бурысын үтәргә Ярославль өлкәһенә ебәрелә. Маҡтау ҡағыҙҙары менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 1980 йылдарҙа Нуриман районының Павловка училищеһында уҡып, урман хужалығы мастеры белгесе булып сыға. Ғаилә ҡора, кәләше Фәриҙә менән малай тәрбиәләйҙәр. Бөгөн ике ейән һәм ике ейәнсәргә олатай-өләсәй улар. 1976 йылда Хәмит урман хужалығында эш башлай. Оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң күрше Бөрйән биләмәһендәге ҡурсаулыҡта ла эшләп ала. Артабан хеҙмәт юлын Белорет районының Әүжән урман хужалығында урман ҡарауылсыһы булып дауам итә. Атайҙан иртә етем ҡалып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татый. Шайморат бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай. Ҡул эштәренә оҫта. Балта оҫтаһы булараҡ матур, ҙур өй төҙөп сыға. Ҡапҡаһында, баҡсаһында төрлө башҡорт биҙәктәрен үҙ ҡулдары менән эшләгән. Ҡатыны менән һәр килгән кешене яҡты йөҙ, өҫтәл тулы һый менән ҡаршылайҙар. 2011 йылда Шайморат Ниғмәтуллин дин юлына баҫа. Доғалар уҡый башлай. Биш намаҙын ҡалдырмай уҡый. Әүлиә-олатайҙар фарманын үтәү, улар биргән дәрестәрҙе үҙләштереү, төндәр буйы зекерҙә ултырыу, әлбиттә, Шайморат Марс улы өсөн ауыр булмай. Троицк ҡалаһында - Зәйнулла ишан, Баймаҡ районында - Ғадбулла Сәиди, Мөжәүир хәҙрәт, Учалы районында - шәйех Миһнән Әләүҫә олатай, Хәйбулла районында - Ғатаулла ишан кеүек бөйөк әүлиәләребеҙҙең ҡәберлектәренә барып бер нисә тапҡыр аят уҡып ҡайтты. Һәр уҡыған аятын олатайҙар рухына бағышлай. Һәр эшләгән эшен, уйлаған уйҙарын олатайҙар күҙәтеп,өйрәтеп торалар. Дауалаусыға күп кеше мөрәжәғәт итә. “Кемдер һауығайым, йәшәйем, балаларым өсөн, тип килһә, кемдер мине һынап ҡарау өсөн килә, ундай кешеләрҙе хатта кире бороп та ебәрәм. Нимә генә эшләһәк тә, Аллаһ Тәғәлә ризалығы менән башҡарырға бурыслыбыҙ. Ер йөҙөнә килгән һәр бер кеше Аллаһ Тәғәлә күҙәтеүе аҫтында икәнлекте оноторға тейеш түгел. Беҙ һәр ваҡыт тәһәрәтле, ваҡытында намаҙ уҡып, фытыр-саҙаҡа биреп, ураҙа тоторға бурыслыбыҙ. Әгәр ошоларҙы үтәп, төрлө доғалар өйрәнһәк, беҙгә бер ниндәй ҙә боҙом да, сихыр ҙа теймәҫ, урап үтер. Ҡөрьән уҡыу һәр кемгә шифа ғына бирә”, - ти Шайморат Марс улы Ниғмәтуллин. Фото: видеонан скриншот. Сығанаҡ: https://vk.com/club210432664