Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡатынын үлтереп... эсергә сығып киткән

Федоровка районынан 38 йәшлек ир ҡатынын үлтергән өсөн суд алдына баҫасаҡ. Ошо турала республиканың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡыҙғаныс хәл былтыр ноябрҙә теркәлгән. Билдәле булыуынса, ғәйепләнеүсе әсәһе һәм ҡатыны менән бергә спиртлы эсемлектәр эсеп ултырған. Бер ваҡыт ғаилә пары араһында талаш сығып, ҡатын ирҙән мыҫҡыл итеп көлгән. Үтә ныҡ асыуланған ир бысаҡ алып 42 йәшлек ҡатынының муйынына һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр сәнскән. Һөҙөмтәлә тормош иптәше ваҡиға урынында һәләк булған. Әсә менән улы аптырап тормай, Көйөргәҙе районындағы таныштарына артабан эсергә сығып киткән. Иртәгеһенә ҡайтып барған саҡта уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Енәйәтсегә ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Әлегә эш материалдары судҡа ебәрелгән. Фото: “Йүрүҙән” гәзите.