Архангел үҙәк район дауаханаһы табиптары Абҙан ауылының йөҙҙән ашыу кешеһен ҡабул итте. ”Иҫкәртеү медицина десанты” проектына ярашлы, белгестәр киңәйтелгән диспансерлаштырыу үткәрҙе, хроник сирҙәр тураһында лекция уҡыны, инсульт һәм инфаркттың тәүге билдәләре менән таныштырҙы. Төп бурыстарҙың береһе – халыҡҡа тәүге медицина-санитар ярҙамды яҡшыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу. Табиптар пациенттарҙы былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы сафҡа индерелгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итте. Абҙан фельдшер-акушерлыҡ пунктына травматолог-ортопед, педиатр, стоматолог һәм шәфҡәт туташтарынан торған бригада килде.ФАП фельдшеры Рәмзиә Байгилдина табиптар килгәнсегә ҡәҙәр диспансерлаштырыу үтергә теләгән пациенттарҙан анализ алды. Архангел район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәжитов һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динара Хисамова граждандарҙы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса халыҡты ҡабул итте. –“Иҫкәртеү медицина десанты” проекты – төпкөлдә йәшәгән кешеләр өсөн бер ҡайҙа ла бармайынса урында белгестәрҙән медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге. Диспансерлаштырыу кешегә сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға, тиҙерәк дауалана башларға ярҙам итә, – ти Юлай Мәжитов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.