“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,Баҡалы үҙәк район дауаханаһына заманса ультратауыш сканеры алынды. Хәҙер халыҡтың йәшәгән ергә яҡын урында сифатлы ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Ҡорамал файҙаланыуға тапшырылған да инде. Ультратауыш ысулы киң таралған, өҫтәүенә зарарһыҙ медицина ярҙамы, төрлө сирҙәрҙе диагностикалауҙа киң мәғлүмәтле. Универсаль ультратауыш сканеры һүрәттәрҙе эшкәртеүсе заманса технологияларға эйә. Тикшерелеүсе ағзала бик бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күреү мөмкинлеге бар.Табип юғары сифатлы һүрәттәр ала. – Яңы аппаратты сафҡа индереү тикшереүҙәр һанын арттырырға һәм уларҙың сифатын, тиҙлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе, – тип билдәләне Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.